

Рамаҙан Алтынбаев — Салауат районы Янғантау мәктәбенең IV cиныф уҡыусыһы. Гел «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Ҡурай, бейеү түңәрәгендә һәм милли көрәш секцияһында ҙур теләк менән шөғөлләнә. Синыфташтары һәм ҡустыһы Малик менән футбол уйнарға ла өлгөрә. Дуҫтары күп. Барыһы ла үҙен яратып, хөрмәт итеп кенә тора. Үҙе лә ныҡ ярҙамсыл, ихлас дуҫ була белә.
Атаһы Салауат Әнүәр улы менән әсәһе Әлиә Фәтих ҡыҙы ла сәнғәткә ғашиҡтар. Улар бейеү нескәлектәрен йәш быуынға өйрәтеп, улдары менән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Шуға ла Рамаҙан һәр саҡ призлы урындар яулай ҙа инде. Янында гел әсәһе менән атаһы бар кәңәштәрен биреп, өйрәтеп кенә тора.
Рамаҙан ғаиләһе менән сығыш яһап, төбәк-ара «Һаумы, һаумы, әкиәт!», райондың «Барыһы ла бейей!», Башҡортостан телевидениеһының «Байыҡ» бәйгеләрендә – Гран-при, «Нева осрашыуҙары» халыҡ-ара фестиваль-конкурсында I урын алһа, ошо көндәрҙә генә «Ете мөғжизә» республика конкурсында ҡурайсы Әбделғәфи Хәлфетдинов исемендәге номинацияның дипломына лайыҡ булды.
Зөһрә ХӘКИМОВА.