

Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк үҙен төрлө яҡтан һынап ҡарай. Уҡырға барғансы уҡ шахмат уйнарға өйрәнә. Робототехника менән ҡыҙыҡһына. Илдең төрлө тарихи ваҡаиғалары тураһында уҡырға ярата.
Арсен "Урал батыр" эпосын да ятлай башлаған. Ғафури районы кимәлендә үткән конкурста ҡатнашып, призлы урын алырға ла өлгөргән. Гимназияла бөтөн предметтарҙы ла яратып уҡыған Арсендың тырыш, аҡыллы егет булып үҫеүен теләйбеҙ.
Р. УРМАНШИНА.