+19 °С
Болотло
VKOKTelegram
Тирмәкәй
28 Май , 08:15

Дүртенселәр һынатмаҫ

Дүртенселәр өсөн дә уҡыу йылы аҙағы бик иҫтәлекле, моңһоу ҙа.

Дүртенселәр һынатмаҫДүртенселәр һынатмаҫ
Дүртенселәр һынатмаҫ

Белем усағының башланғыс баҫҡысын тамамлайҙар бит. Ә 1 сентябрҙән уларҙы төрлө фәндәрҙән төрлө уҡытыусылар уҡыта башлаясаҡ.
Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-cе башҡорт гимназияһының IV”Б” синыфы уҡыусылары киләсәктә лә һынатмаҫ, моғайын. Белем усағында көслө синыф булараҡ танылғандар. Бөтәһе 32 уҡыусы, 30-ы “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Яҙгөл Йылҡыбаева, Эмилия Шафиҡова, Камилла Шәрипова, Динислам Нурмөхәмәтов, Буранбай Әминев, Алһыу Әминева, Нурлан Ишкилдин, Алтынай Хәлилова, Фәнзил Моталлапов – отличниктар.
– Һәләтле уҡыусылар күп. Шуларҙың береһе Алтынай Хәлилова “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурсында йыл да урын ала. Быйыл “Йәш әкиәтсе” номинацияһында еңеүсе булды. Ҡул оҫтаһы, әсәһе менән гобелендан төрлө уйынсыҡтар тегә. Шул эштәре буйынса проекттар төҙөп, конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар ала, – ти уҡытыусылары Динара Рәжәп ҡыҙы Латипова.

Дүртенселәр йырларға ярата икән, гимназияла үткән сараларҙа төрлө йырҙар башҡаралар. Белем усағының 55 йыллыҡ юбилейында ла бик матур сығыш яһаны улар.
Башланғыс синыфтарҙа уҡыған йылдары матур булып иҫтәрендә ҡалыр. Йыл һайын Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сыҡҡандар. Күк-Ҡарауыҡты, страустар фермаһын, Шишмә районында Турахан комплексын, "Патриот" хәрби паркын күргәндәр. Быйыл Салауат районына барып, Салауат Юлаевтың ауылын, мәмерйәһен күрергә йыйыналар.
Каникулығыҙ күңелле һәм файҙалы үтһен!

Дүртенселәр һынатмаҫ
Дүртенселәр һынатмаҫ
Дүртенселәр һынатмаҫ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас