+19 °С
Ясна
VKOKМакс
Тирмәкәй
6 Июль , 06:57

Исеме лә Нинель бит!

– Әсәй, бөгөн беҙ гимнастикаға барабыҙмы? – тине Нинель Оморҙаҡова «Сиңерткә» балалар баҡсаһына йыйына-йыйына. Был спорт төрө буйынса бәләкәс ҡыҙҙың уңыштары бихисап, гел беренсе урын ғына яулай ул. Бүлмәһен Маҡтау ҡағыҙҙары би­ҙәй. Кескәй спортсыны тренеры ла маҡтап бөтә алмай.

Исеме лә Нинель бит!Исеме лә Нинель бит!
Исеме лә Нинель бит!

Был тиктормаҫ ҡыҙға – ни бары 4 кенә йәш. Һылыу ҡыҙ «Акула» ба­ла­лар кейемдәре брендын да рекламалап өлгөрә, модель студияһында ла шөғөлләнә.

– Оҫта итеп һүрәт төшөрөргә, төрлө үҫеш уйындары уйнарға әүәҫ, – ти әсәһе Гөлсирень.

– Ҡыҙыбыҙ бар яҡтан да зирәк, күҙ теймәһен. Велосипедта ла елдереп кенә йөрөй, – тип һүҙгә ҡушыла атаһы Илнур.

Мәскәү ҡалаһында йәшәгән Нинель Ейәнсура районының Бикбау ауылына өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтып ял итергә ашҡынып тора.

– Мин Гөлшат өләсәйемдә үҫкән баҡса еләге менән һыйланырға яратам, – тип ихлас йылмая ул.

Кескәй ҡыҙсыҡтың данлыҡлы аҙашы Нинель Юлтыева кеүек йондоҙ булып бал­ҡыуын теләйек.

Исеме лә Нинель бит!
Исеме лә Нинель бит!
Исеме лә Нинель бит!
Исеме лә Нинель бит!
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас