

Бер йыл буйы тәрбиәсе апайҙары Әлиә Вәхит ҡыҙы Сәйетғәлина уларҙы бәйгегә ныҡлы әҙерләй. Балалар атай-әсәйҙәре менән әкиәтте лә, эпосты ла уҡып сыҡҡан, йәнһүрәтте лә ҡарай. Уларға Һаҡмар, Нөгөш, Иҙел, Урал батыр, Һомай тураһында аңлатып бирәләр. Тау, бөркөт, ҡаялар, мәмерйә һындары эшләнелә. Һәр балаға костюм тектерелгән.
Самира Хамматова Һомай ролен мөкиббән китеп башҡара. Авторҙың һүҙҙәрен Эмилия Сабитова һөйләй. Һомай менән Уралдың балалары Яйыҡты Искәндәр Шөғөров уйнай. Уның тауышы көр, ҡалын, килештерә генә. Нөгөштө иһә – Рамаҙан Ноғоманов, Һаҡмарҙы – Әнүәр Түлебаев, Иҙелде Руслан Баймырҙиндар оҫта башҡарҙы. Ә Урал батыр ролендә Илдар Дауытов сәхнәне бер итә. Һәр ролгә музыкаль етәксе Гөлназ Ринат ҡыҙы Ғүмәрова композитор Урал Иҙелбаевтың көйҙәрен тап килтереп һайларға тырышҡан.
– Сәхнәләштереүҙә ярҙам иткән режиссёр Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы Шәйәхмәтоваға, атай-әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә оло рәхмәтемде еткерәм. Бер аҙ моңһоу ҙа күңелгә, был балалар быйыл мәктәпкә I синыфҡа уҡырға бара. Тормошта изгелек һәр саҡ яуызлыҡты еңеүен, тәбиғәткә, йыһаныбыҙға һаҡсыл ҡарашта булыу кәрәкте улар хәҙер яҡшы аңлай. Кескәйҙәргә тик уңыштар ғына насип булһын, – ти тәрбиәселәре Әлиә Вәхит ҡыҙы.
«Тирмәкәй»ҙәрҙең мәктәптә лә һынатмаҫтарына иманыбыҙ камил!