+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тирмәкәй
7 Июля , 12:10

Әсәһенән бешерергә лә өйрәнә

Матур Ишембай ҡалаһында Иҙел исемле малай менән таныштым әле. Дүрт йәшлек кенә ул. Сәйәхәт итергә, тәбиғәт ҡосағында булып, тирә-яҡты күҙәтергә ярата. Уға бар донъя ҙур һәм ғәжәп тойола.

Әсәһенән бешерергә лә өйрәнәӘсәһенән бешерергә лә өйрәнә
Әсәһенән бешерергә лә өйрәнә

Әсәһе үҙен төрлө ҡамыр ризыҡтары менән һыйлай. Иҙел унан печенье, торт бешерергә өйрәнә. Атаһы менән бергәләп велосипедта, самокатта ҡыҙыҡлы трюктар башҡара. Балалар майҙансығында дуҫтары менән уйнарға,тауҙан шыуырға, ҡомдан төрлө уйынсыҡтар төҙөргә, сәңгелдәктә эйергә ярата.

Салауат ҡалаһында һәм Әбйәлилдә йәшәгән өләсәй менән олатайҙарына ҡунаҡҡа йөрөй. Улар ейәндәрен һағынып көтөп ала.

 Иҙел әкиәттәге үҙенең яратҡан геройҙары кеүек ҡыйыу һәм көслө булырға хыяллана.

Әсәһенән бешерергә лә өйрәнә
Әсәһенән бешерергә лә өйрәнә
Әсәһенән бешерергә лә өйрәнә
Әсәһенән бешерергә лә өйрәнә
Әсәһенән бешерергә лә өйрәнә
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас