

– Уҡыусым бар йәһәттән дә сос, шиғырҙарҙы, тиҙәйткестәрҙе тиҙ отоп ала. Өйрәнсеккә йөрөгәндә үк ҙур күләмле шиғырҙар һөйләп һоҡландырғайны. Әле беҙ мәшһүр эпосыбыҙҙы уҡып сыҡтыҡ, ятлай ҙа башланыҡ, артабан да өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ, – ти синыф етәксеһе Гөлйөҙөм Рәүеф ҡыҙы Күсәкова.
Рәсилә сатраш уйынын да мауығып уйнай икән. Ҡул эштәре түңәрәгенә лә йөрөй. Унда төрлө биҙәүестәр яһайҙар, бәйләргә өйрәнәләр. Йыр-моң да ярата үҙе.
– Мин хәҙер ҡумыҙҙа ла уйнай беләм. Гөлназ Хәким ҡыҙы Юлдашбаева өйрәтте, – тип ҡыуана Рәсилә.
Бына шундай һоҡланғыс ҡыҙ үҫә Ейәнсурала. Уға бәхетле бала саҡ теләйем.