

– Улым был түңәрәккә бик теләп йөрөй, түҙемһеҙләнеп көтөп ала, – ти Нәркәс Радик ҡыҙы Ҡоҙаҡаева.
Бында балалар роботтарҙы йыйып ҡына ҡуймай, уларға командалар бирә, үҙ идеяларын тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, Аслан Фәйзуллин самолёт яһаған. Богдан Шапочник та конструкцияһы менән шат. Түңәрәккә йөрөүсе кескәй балалар бихисап. Ирхан Ҡоҙаҡаев, Элнар Шәмсетдинов, Николай Воронцов, Тимур Вәлиев төрлө уйынсыҡтар эшләргә әүәҫ. Балалар бергә эшләп, бер-береһенә ярҙамлашалар, уйлап табыуға өйрәнәләр.
– Минең өйөмдә лә уйынсаҡтарым хәтәр күп. Дуҫтарым менән крокодил да, вертолёт, машиналар ҙа эшләйбеҙ, – ти Ирхан.
– Һәр малай боҙоп, киренән төҙөп ҡарарға ярата. Бында һәр деталь нисек ҡуйыла, ҡалай итеп эшләп була, бер төҙөп, кире емереп тә ҡуяһың.Әле кескәй генә булһалар ҙа, идеялары күп уларҙың. Беҙгә 4 йәштән алып 11 йәшкә тиклемгеләр йөрөй.
Шулай уҡ робототехника балаларҙа күп фәндәрҙе бергә күрергә ярҙам итә: математика, физика, логика һәм хатта төҙөлөштө лә. Һәр кем үҙенең беренсе асышын яһай ала, тип уйлайым. Бала саҡтан инженер булырға теләйме, кемдер программалаусы булырға ҡарар итер, ә кемдер үҙ проектын башлап ебәрер. Иң мөһиме шунда: балалар техника менән аралашыуҙы күңелле уйын тип ҡабул итә һәм шул уҡ ваҡытта киләсәк өсөн бик кәрәкле күнекмә ала, – ти түңәрәк етәксеһе Елёна Анатольевна Аманова.
Ул – тәжрибәле башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбендә күп йылдар уҡыта һәм үҙенең «Бәхет мәктәбе» тигән шәхси уҡыу йортон аса. Бында шулай уҡ мәктәпкә әҙерлек, урыҫ теле, математика түңәрәктәре эшләй.
Робототехника, ысынлап та, һәр кем өсөн бик ҡыҙыҡлы.Бында шөғөлләнгән малайҙарҙың һәр көнө мауыҡтырғыс үтә.