+16 °С
Болотло
VKOKМакс
Тирмәкәй
12 Август , 20:55

Ҡулдарына күҙ эйәрмәй

Айсель Мөхәмәтдинова - бар яҡтан да өлгөлө бала.

Ҡулдарына күҙ эйәрмәйҠулдарына күҙ эйәрмәй
Ҡулдарына күҙ эйәрмәй

 Уҡыуы шәп, гел «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Белем усағында ла гел беренсе башлап йөрөй. Әле Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбенең III синыфын тамамлап, йәйге каникулында әсәһенә ярҙамлаша. Үҙе бер эшһеҙ тормай. Ямғыр йыш яуған саҡта Айсель йорттоң тупһаларын ҡарап ҡына торҙо. Ямғыр үтеп китеү менән йыуып та ҡуя. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй.  Әсәһе менән яҡындағы ҡыр­ға сығып, еләк йыйып, төрлө файҙалы үлән-сәскәләр йыйып та ҡайтҡандар. Уның араһында ҡартатаһына ла ярҙамлаша Айсель. Сабылған бесәнде тырма менән йыйышты. Бер ҙә бәләкәймен, тимәй. Эйе, бала саҡта эшкә өйрәнгәнең үҙең өсөн бул­һа, эшләгәнең – өлкәндәр өсөн. Гел шулай тәрбиәле, тырыш, эшһөйәр бул, Айсель!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас