

Быйыл да ул: "Тырышып уҡыясаҡмын", – тип үҙенә маҡсат ҡуйған. Үткән уҡыу йылында уҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, грамоталар, Маҡтау ҡағыҙҙары алып һөйөнгән.
Рәлиәнең атаһы Заһир Дамир улы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыҙ атаһын ныҡ һағына. Кистәрен уның тиҙерәк ҡайтыуын теләп илап та ала. Атаһы ялға ҡайтҡан ваҡытта, Бөрйән районында үткәрелгән "Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә" тигәг конкурста ҡатнашып, I урын алғандар.
Рәлиә табип булырға хылялана. "Атай-әсәйемә үҙем укол һаласаҡмын. Улар ауырымаһын өсөн ярҙам итәсәкмен", – ти ул.
Аҡыллы, тырыш, маҡсатлы ҡыҙға уңыштар теләйбеҙ.
Рәзинә УРМАНШИНА.