+4 °С
Облачно
VKOKМакс
Тирмәкәй
21 Сентября , 10:45

Камилла – хәҙер уҡыусы!

Өфө ҡыҙы Камилла Кашапова көҙ етеүен ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Шулай булмай әллә?! Уҡыусы булды бит ул!

Добавить в предпочтительные источники Google
Камилла  – хәҙер уҡыусы!Камилла  – хәҙер уҡыусы!
Камилла – хәҙер уҡыусы!

Баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының I «В» синыфында белем ала ул хәҙер! Тәүге уҡытыусыһы Рәйфә Ишбулды ҡыҙы Ғимаеваны бик оҡшатҡан, синыфташтары менән дә тиҙ арала уртаҡ тел табып, танышып, дуҫлашып алырға ла өлгөргән. Шуға көн дә ашҡынып, ҡыуанып бара дәрескә.

– Уҡыусы булыу ныҡ оҡшай. Дәрестәр тиҙ генә үтеп китә. Матур итеп яҙырға, уҡырға өйрәнәбеҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ, йырҙар йырлайбыҙ, – тип тьәҫоратты менән уртаҡлашты ҡыҙсыҡ.

Гүзәл һәм Фәдис Кашаповтарҙың татыу ғаиләһендә аҡыллы, уңған, рухлы ҡыҙ булып үҫеп килә Камилла. Туған телендә иркен аралаша, матур итеп йырлай, бейеүгә лә оҫта. Биш йәшенән «Тамыр»ға йөрөй, күп тапҡыр «Әкиәтсе» тапшырыуында ла төшкән. Төрлө сараларҙа, концерттарҙа әүҙем ҡатнашҡас, сәхнәлә лә үҙен иркен тота. «Һаумы, һаумы, әкиәт!», «Баш ҡала йондоҙсоҡтары»,«Илһам» кеүек республика кимәлендәге конкурстарҙа көсөн һынап ҡарап, призлы урындар яуларға ла өлгөргән.

-Балаларыбыҙҙың күңелендә бәләкәйҙән үк туған телебеҙгә, йыр-моңобоҙға һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Башҡортса китаптар уҡыйбыҙ, йәнһүрәттәр ҡарайбыҙ, йырҙар тыңлайбыҙ. Аралашыуыбыҙ ҙа тик башҡортса ғына. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, урыҫ теленә күсергә генә тора бит улар. Шуға ла үҙ телебеҙҙе онотмаһындар, тип тырышабыҙ. Башҡорт гимназияһын һайлауыбыҙ ҙа шуға бәйле. Алыҫыраҡ йәшәһәк тә, ҡыҙыбыҙҙың ошо белем усағында уҡыуын теләнек. Өс йәшлек улыбыҙ Фәйез дә  194-се балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнә йөрөй, – ти әсәһе Гүзәл Руслан ҡыҙы.

Аралашыусан, ихлас, теремек Камилла буш ваҡытында рәсем төшөрөргә, төҫлө ҡағыҙ, пластилиндар төрлө һындар әүәләргә, эксперементтар үткәрергә ярата. Ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы ла, ҡустыһына ла иғтибарлы.

Белем үрҙәренең тәүге баҫҡысына ғына аяҡ баҫҡан Камилла Кашаповаға бары тик уңыштар ғына теләйек!

Юлиә КИРӘЕВА.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас