+8 °С
Ясно
VKOKМакс
Тирмәкәй
27 Сентября , 09:25

Бар яҡтан да килгән ул!

Һүрәттәге был һөйкөмлө малай – Ислам Ҡыуатов. Быйыл ул I синыфҡа уҡырға барҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Владимир Куликов исемендәге 1-се лицейында белем ала ул хәҙер.

Бар яҡтан да килгән ул!Бар яҡтан да килгән ул!
Бар яҡтан да килгән ул!

Биш йәшенән үк хәреф танып, уҡырға, яҙырға өйрәнгән Ислам лицейға көн дә ашҡынып бара. Беренсе уҡытыусыһы, мауыҡтырғыс дәрестәр, синыфташтары, төрлө саралар – барыһы ла оҡшай уға.
– Мин дә – хәҙер уҡыусы! – ти ҙур ғорурлыҡ менән Ислам. Мәктәп формаһы кейеп, арҡаһына биштәрен аҫып дәрескә йөрөү хаҡында күптән хыяллана ине бит ул! Шуға ла ҡыуанысының сиге юҡ.
Бик тырыш, һәләтле, уңған малай ул. Балалар баҡсаһына йөрөгән сағынан уҡ үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарап, байтаҡ уңыштарға өлгәшкән. Ҡала кимәлендә ойошторолған әллә күпме шиғыр һөйләүселәр, һүрәт төшөрөүселәр конкурстарында, спорт ярыштарында еңеүсе булған, «Һаумы, һаумы, әки­әт!», «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика бәйгеләрендә лә уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яулаған.
– Эпостың 70 юлын яттан беләм. Бәйгегә әсәйем менән әҙерләндек. Ул миңә ҡумыҙҙа ла уйнарға өйрәтте. Сығыш яһағанда милли музыка ҡоралында ла уйнап ишеттерҙем, – ти Ислам.
Уңған малай спорт менән дә дуҫ. Футбол уйнарға, йүгерергә ярата. Икенсе йыл инде каратэға йөрөй. Хәҙер ул – ҡуйы һары билбау хужаһы. Алыштарҙа әүҙем ҡатнаш­ҡас, миҙалдары ла һанап бөткөһөҙ.
– Улым – ныҡ ҡыҙыҡһыныусан бала. Һәр ваҡыт нимәлер өйрәнергә, белергә тырыша, яңылыҡҡа ынтыла. Фантазияһы бик бай, ныҡышмал, маҡсатына ирешеүсән үҙе, – ти әсәһе Гөлкәй Илһам ҡыҙы ла.
Әйткәндәй, Ислам матур, татыу, мөхәббәтле ғаиләлә үҫеп килә. Гөлкәй һәм Рәзиф Ҡыуатовтар өс балаға ғүмер бүләк иткән. Исламдың Эмилия исемле апаһы, Илхан исемле ҡустыһы бар. Ата-әсәләре балалары өсөн өҙөлөп тора, һәр башланғыс­тарын хуплап, ярҙам итеп, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеп, матур тәрбиә бирәләр. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, балалары туған телдә иркен аралаша, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарын тыңлап, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп үҫә. Илһөйәр, тел­һөйәр, рухлы булыу тәү сиратта ғаиләнән башланғыс ала шул. Ундай ғаиләлә тыуып үҫкән балаларҙың ҡанаттары ныҡ, аҙымдары ла ышаныслы була. Тап Ислам кеүек!
Киләсәктә был шәп малайҙың да исемен күп тап­ҡырҙар ишетербеҙ әле.

Бар яҡтан да килгән ул!
Бар яҡтан да килгән ул!
Бар яҡтан да килгән ул!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас