+5 °С
Облачно
VKOKМакс
Тирмәкәй
11 Октября , 10:05

Матур байрам үтте

Ауылыбыҙҙың «Ете төҫлө гөл-сәскә» балалар баҡсаһында Республика көнөнә арналған матур байрам сараһы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Матур байрам үттеМатур байрам үтте
Матур байрам үтте

Сабыйҙарҙы милли рухта тәрбиәләүгә нигеҙ ғаиләлә һалына тиһәләр ҙә, балалар баҡсаһының да роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Уларҙың күңелендә тыуған илебеҙгә һәм туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү, республика тураһында төшөнсә биреү, тыуған ил тураһында белемдәрҙе арттырыу, милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, балалар баҡсаһының төп бурысы булып тора.

Беҙҙең балалар баҡсаһында ла «Тыуған илем - Башҡортостан» тип аталған матур байрам сараһы үтте. Матур йырҙар йырлап, бейеүҙәр бейеп, башҡорт халыҡ уйындарын уйнап күңел астыҡ. Кескәйҙәрҙе балаҫ һуғыу йолаһы һәм  умартасылыҡ менән дә таныштырҙыҡ.

Сара бик күңелле һәм фәһемле үтте.

Гөлнур АҘНАБАЕВА, тәрбиәсе.

Өфө районы, Булгак ауылы.

Матур байрам үтте
Матур байрам үтте
Матур байрам үтте
Матур байрам үтте
Матур байрам үтте
Матур байрам үтте
Матур байрам үтте
Матур байрам үтте
Матур байрам үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас