-8 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Тыуған яғым - алтын бишек
23 Октябрь 2020, 20:59
Гүзәл генә түгел, бай ҙа ул!
Бәхетлемен, сөнки минең тыуып үҫкән ерем, илем бар.
Уларҙан да ҡәҙерлерәк нимә генә бар икән был донъяла? Ғәзиз ерен яратмаған, һөймәгән кеше юҡтыр ул. Мин дә үҙемдең Башҡортостанымды ысын күңелемдән яратам, ҡәҙерләйем.
Тыуған төйәгем – минең иң матур һәм бай яҡтарҙың береһе. Бурандары менән бөтә ерҙе мамыҡ кеүек ап-аҡ ҡарға күмгән ҡыштары ғына ла ни тора! Рәхәтләнеп санала, саңғыла шыуаһың, ҡарҙа тәгәрәп ятып уйнайһың.
Унан һуң ҡояш йылмая, йәмле яҙ етә. Тормош матурая. Тәбиғәт уяна. Донъя йәшеллеккә күмелә, ҡоштар ҡайта, урмандар сихри моңға байый. Минең иң яратҡан йыл миҙгелем бит ул!
Яҙҙан һуң йәй була. Был – үҙе бер рәхәт мәл. Уны ауылда үткәрергә яратам. Дуҫтарым менән Ыҡ йылғаһында ҡойонабыҙ, урманға еләккә барабыҙ. Йәйҙең матурлығын һөйләп бөтөрә алмаҫһың.
Бына әле үҙенең мул уңыштары менән алтын көҙ ҙә килде. Емеш ағастары тәмле-тәмле алмалары, сейә, грушалары менән һыйлай, түтәлдәрҙә ҡабаҡ, ҡауын, ҡыярҙар ҡыҙыҡтырып ята. Тиҙҙән донъя тынысланып ҡалыр, ҡышҡы йоҡоға әҙерләнә тәбиғәт.
Башҡортостаным гүзәл генә түгел, бай ҙа бит әле ул. Беҙҙә күп төрлө ер аҫты байлыҡтары – файҙалы ҡаҙылмалар, матур һәм ҡиммәтле таштар бар. Йылыһы менән кешеләрҙе дауалай торған ҡайнар пар ҙа сыға еребеҙҙән. Башҡортостандың тәбиғәте иҫ киткес матур булғанға уны «Икенсе Швейцария» тип тә атайҙар. Мин үҙ республикам менән ғорурланам.
Үҙем йәшәгән Серафимовка ауылы ла үҙ эсенә бөтә матурлыҡты йыйған. Торған еребеҙгә лә хайран ҡалып туймаҫлыҡ. Ул төрлө яҡтан ҡатнаш урмандар менән уратып алынған. Тыуған төйәгемдә шишмәләр күп. Йәштәр һәм ололар улар янында ял итергә ярата.
Беҙҙә төрлө милләт халыҡтары татыу йәшәй. Улар бер-береһе менән бик дуҫ, эштә һәм ҡунаҡта ла бергәләр.
Тыуған яғымды бик яратам һәм шуға ла уны гел маҡтайым. Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, кем генә булһам да, үҙен бер ҡасан да онотмам.
Диана ВӘЛИЕВА.
Туймазы районы,
Серафимовка ауылы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...