+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Нимә ул геопарк?

ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡлы әңгәмәне “Янғантау” геопаркының экологик белем биреү белгесе, биология фәндәре кандидаты Полина Полежанкина ҡорҙо.

Нимә ул  геопарк?
Нимә ул геопарк?

Нимә ул  геопарк? Уның тәбиғи һәм мәҙәни иҫтәлекле урындары, “Мәсетле”нең геологик киҫелеше, мәмерйәләр, Йүрүҙән һәм Әй йылғалары буйлап һалда йөҙөү тураһында һөйләне Полина Полежанкина. “ЮНЕСКО-ның эшмәкәрлеге беҙҙең тәбиғи һәм мәҙәни мираҫты өйрәнеүҙә һәм популярлаштырыуҙа ла сағыла.  Лекциялар үҫеп килеүсе быуында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты”, – тине республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты башҡарма директоры Элина Ғатауллина. Лекцияны  V – XI синыфтарҙан 400-гә яҡын уҡыусы тыңланы.

“Балалар ҙур теләк менән “Янғантау” геопаркы тураһындағы яҙмаларҙы ҡараны, тыңланы. Педагогтар һәм балалар өсөн дә  был бик ҡыҙыҡлы хикәйә, комментарийҙар, фотоһүрәттәр менән тулы бер экскурсия булды. Ошондай танып-белеү сараһы ойошторғандары өсөн рәхмәтемде белдерәм”, - тип билдәләне Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский урта дөйөм белем биреү һәм  ЮНЕСКО ассоцияцияланған мәктәптәренең директоры Рита Хисмәтуллина.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: