+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тыуған ерем - башҡорт иле!

Икһеҙ-сикһеҙ, бай тәбиғәтле башҡорт ерендә йәшәйем мин. Бейек тауҙары, ҡуйы урмандары, ҡырҙары, тәрән йылғалары, сылтырап аҡҡан шишмәләре күңелдәргә йәм бирә. Бер ерҙә лә юҡ бындай матурлыҡ, бер ҡайҙа ла юҡ бындай хоҙурлыҡ!

Тыуған ерем - башҡорт иле!
Тыуған ерем - башҡорт иле!

Эшсән халҡы менән йәмле тыуған ерем. Уҡытыусыларыбыҙ, икмәк үҫтереүсе ағайҙарыбыҙ, төҙөүселәр, табиптар, һатыусылар – бөтәһе лә илебеҙҙе гөлбаҡса итергә тырышып хеҙмәт итә.
Мин үҫкәс, уҡытыусы булырға хыялланам. Еребеҙҙе, илебеҙҙе тағы ла матурыраҡ, күркәмерәк итер өсөн белемлеләр, эшһөйәрҙәр кәрәк. Баш­ҡорт илен, башҡорт телен яратҡан, хөрмәт иткән кешеләр тәрбиәләгем килә.

Руфина СӘЛИХОВА,
III «Г» синыфы уҡыусыһы.
Саҡмағош районы, Саҡмағоштағы гимназия.

Фото:https://yandex.ru/images/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: