+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡотло йортта күркәм ғаилә йәшәй

Һәр өлгөлө ғаиләнең нигеҙе – тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам, һөйөү, тырышлыҡ һәм матур йәшәргә ынтылыш. Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында йәшәүсе Рәфҡәт һәм Земфира Ғиләжевтар тап ошондай сифаттарға эйә.

Улар дәүләт ярҙамы алып ике ҡатлы, ҙур һәм иркен йорт һалып ингән. Барлыҡ заманса уңайлыҡтар булдырылған йорт әллә ҡайҙан балҡып, ауылға йәм өҫтәй. Йәнтеш Хәйбулла районында иң күркәм ауылдарҙың береһе булараҡ, тырыш ғаиләләре һәм береһенән-береһе матур йорттары менән дан тота. Кемдәрҙер тормош ауырлығына зарланып, аҡса юҡлыҡҡа һылтанһа, икенселәр матур йәшәргә ынтыла һәм быға барлыҡ көсөн һала. Ғилажевтар ҙа шундайҙар иҫәбендә. Бында ғаилә башлығы Рәфҡәттең дә, йорт хужабикәһе Земфираның да эшһөйәр, татыу һәм берҙәм булыуы ҙур роль уйнай. Афариндар! Һеҙ – күптәргә өлгө!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: