+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Силәбелә фәнни-ғәмәли конференция үтте

Силәбелә тыуған яҡты өйрәнеү һәм топонимика буйынса II төбәк-ара конференция үтте.

Силәбелә фәнни-ғәмәли конференция үтте
Силәбелә фәнни-ғәмәли конференция үтте

Силәбе өлкәһендәге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәнең 60 йыллығына арналды ул. Сараны уның етәксеһе Ҡамса Мортазин менән Башҡорт дәүләт университеты Тарих һәм дәүләт идараһы доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе Нурислам Ҡалмантаев алып барҙы.

 

Конференцияла тыуған яҡты өйрәнеү, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәтенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. 

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов сығышында ике төбәктең етәкселегенә башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлау буйынса башҡарған ҙур эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: