+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙә нисек бара "Йәшел Башҡортостан" акцияһы?

Хәйбулла районында 1600 самаһы кеше "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылып, 700-ән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Район үҙәгендә 300-гә яҡын төп ағас үҫентеләре ултыртылды. Аҡъярҙағы акцияла төрлө ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Һеҙҙә нисек бара "Йәшел Башҡортостан" акцияһы?
Һеҙҙә нисек бара "Йәшел Башҡортостан" акцияһы?

Йүкә, балан, ҡайын, имән, уҫаҡ, шыршы, ҡарағай ағастары үҫентеләре район үҙәгенең Төньяҡ-Көнбайыш һәм Ветерандар парктары, "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы, Аҡъярға ингән урында (Бөркөт һәйкәле янында), 2-се Аҡъяр мәктәбе, район мәҙәниәт йорто, М.Кәрим һәм Батанов урамдары, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы, "Йәмиғ" мәсете һәм "Скоропослушица" сиркәүе биләмәләрендә ултыртылды.

Әйткәндәй, «Экология» милли проекты сиктәрендә барған «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһының яҙғы этабы  23 апрелдә – Берҙәм акция көнөндә башланды һәм 2022 йылдың 10 майында тамамланасаҡ.  Акцияны үткәреү барышында республика биләмәһендә 38 тематик аллея ултыртыу күҙаллана. Йәшелләндереү өсөн 49 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ, шул иҫәптән 16 мең эре ағас әҙерләнгән.

Раян Атанбаев.

Фото: vk.com

Һеҙҙә нисек бара "Йәшел Башҡортостан" акцияһы?
Һеҙҙә нисек бара "Йәшел Башҡортостан" акцияһы?
Һеҙҙә нисек бара "Йәшел Башҡортостан" акцияһы?
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: