+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һеҙ – башҡаларға өлгө!

Йылайыр районының Сәләх ауылы  бик үҙенсәлекле ауыл икән. Үҙҙәренең генә  йолалары ла бар. Иң ҡыҙығы: мал-тыуар көтөүгә, ҡоштар һыу буйына киткәс, ауыл халҡы йорт алдына сығып, асфальт һеперә икән.  Таҙартып бөткәс, кире инеп китәләр. Улар хаҡында социаль селтәрҙәрҙә бына нимә яҙалар:

Һеҙ –  башҡаларға өлгө!
Һеҙ – башҡаларға өлгө!

“Сәләх ауылы – халҡы шул тиклем егәрле, шәп, берҙәм. Улар асфальттарын ғына түгел, урмандарын да тап-таҙа итеп тота. Яҙлы, көҙлө өмә яһап, урман эстәрен, ҡырҙарын таҙартып сығалар икән. Сәләх ауылы тирәһендә урмандар ҙа тап-таҙа икән, бер йығылып, ҡороп ятҡан ағас, шырлыҡ, ҡый күрмәҫһең. Бар тирә-яҡ йәп - йәшел үлән һәм ағастар. Шундай йәмле  ауыл ул – Сәләх!  Был матур күренеш – ауылдағы кешеләрҙең тырышлығының емеше”.

Һай, афариндар! Һеҙ –  башҡаларға өлгө!

 

 Фото: https://sun9-6.userapi.com/s/v1/if2/egfiV4FdzJMgl6mEy1-l80suHQfMRdEd5DHnXa9tnUlKjImh52oUW2syfArRf_fIMR_EK78Uk2FGTV89eBXZcB5r.jpg?size=2560x1707&quality=96&type=album

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: