+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Нимә ул Ватан?

Өйө барҙың иле бар, иле барҙың көйө бар, тиҙәр. Эйе, һәр кешенең тыуып үҫкән йорто, ата-әсәһе, туғандары, яҡындары була.

Нимә ул Ватан?
Нимә ул Ватан?

Улар үҙ-ара туған телдә аралаша, милләт йолаларын һаҡлап, быуындан-быуынға тапшыра килә. Ватанһыҙ кеше – урманһыҙ һандуғас. Ысынлап та, һәр нәмәнең үҙ урыны бар. Ҡошҡа – осор өсөн ҡанат, балыҡҡа – йөҙөр өсөн йылға, үләнгә – үҫер өсөн тупраҡ, ә кешегә йәшәү өсөн Тыуған ил кәрәк!
Ни өсөн республикабыҙ Башҡортостан тип атала һуң? Сөнки ул – башҡорттарҙың тыуған ере, бында улар борондан төпләнеп йәшәй. Аҙаҡ инде башҡа милләт вәкилдәре лә күсеп килгән.
Ғәжәп матур ул беҙҙең яҡтарҙың тәбиғәте. Һоҡланып туймаҫлыҡ!
Халыҡ үҙ ерендә генә ирекле. Башҡорттар үҙ илен батырҙарса һаҡлаған. Азатлыҡ өсөн көрәшкәндәр. Уның Батырша, Ҡараһаҡал, Салауат Юлаев кеүек батырҙары күп булған.
Мин Башҡортостанды, тыуған ҡаламды ныҡ яратам.

Дмитрий ПЕТУХОВ, III «А» синыфы уҡыусыһы.

Туймазы ҡалаһы, 1-се мәктәп.

Фото: tildacdn.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: