

Шундай гүзәлһең һин, илкәйем.
Ниндәй генә төҫкә инһәң дә һин,
Яратамын, тыуған еркәйем...
Тыуған ерем! Ватаным! Башҡортостаным! Ниндәй оло мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр! Минең өсөн тыуған ер йәшәгән, торған ил генә түгел, ә йөрәк түрендә ҙур урын алған ҙур төшөнсә лә.
Ысынлап та, картаға ҡараһаң, Башҡортостан бер япраҡ саҡлы ғына. Бәләкәс күренһә лә, уның тарихы шул тиклем бай, ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы. Ә тәбиғәте иҫ киткес матур. Кемде генә һоҡландырмаған, ниндәй генә шағир-яҙыусыларҙы ҡәләм алырға дәртләндермәгән, ниндәй генә рәссам, композиторҙарҙы үҙенә ғашиҡ итмәгән ул.
Мин Туймазыла йәшәйем. Ҡайҙа ғына барһам да, тыуған ҡаламды һағынып ҡайтам. Ныҡ ҡәҙерле, яҡын ул миңә.
Башҡортостан! Ошо изге ерҙә тыуып үҫеүем менән ғорурланам. Был данлы илдә йәшәгәнем өсөн сикһеҙ бәхетлемен. Башҡортостаным минең! Алтын илкәйем! Мөғжизә, тылсымдарға бай еркәйем!
Башҡортостан – минең тыуған ерем,
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз төйәгем.
Гүзәлдәрҙән-гүзәл ошо ерҙә
Йәшәү – минең барлыҡ теләгем.
Даниэль ШАҺАПОВ, V «А» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 1-се мәктәп.
Фото: culture.ru