+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тыуған илем Башҡортостанға хат

Һау ғынаһыңмы, тыуған ерем, тыуған республикам? Хәлдәрең нисек? Һиңә хат яҙыусы Виктория булыр. Шул тиклем күңелемә яҡын­һың, ҡәҙерлеһең һәм изгеһең! Үҙеңде ныҡ яратам.

 Бәпкә үләнле болондарың, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген баҫыуҙарың, ҡышҡы ыжғыр бурандарың – һәммәһе лә йөрәк түрендә. Тыуған еремдең ошо матурлығын күрергә, тойорға, икмәк тәмен белергә һин өйрәттең.

Башҡортостаным! Иҫ киткес бай тәбиғәтле бит һин! Яландарыңа сыҡһаң, зифа буйлы ҡайындарың, талғын елгә иркәләнеп, шыбыр-шыбыр хәбәр һөйләй. Ә һыу буй­ҙарына төшһәң, теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы шишмәләрең сылтыр-сылтыр йыр көйләй. Хәтфә болондар, шифалы үләндәр, төрлө йәнлек-хайуандар, бормаланып аҡҡан йылғалар, күк­һел тауҙар иле лә бит үҙең. Һинең ошо хозурлығың күңелдәрҙә бөтмәҫ-төкәнмәҫ һоҡланыу уята.

Мин үҙебеҙҙең Ҡандракүлебеҙ менән дә ғорурланам. Таҙа һыулы, балыҡҡа бай күлебеҙ һәр кемде үҙенә тартып тора.
Республикамдың көнбайышында Туймазы тип аталған бик матур ҡала бар. Мин шунда тыуғанмын.

Тыуған яғым, изге ерем,

Йәнгә яҡын Туймазым.

Һинең йәмле гүзәллекте

Мәңге күреп туйманым…

Киләсәктә Туймазының тағы ла күркәмләнеп, сәскә атыуын теләйем. Ҡалабыҙҙа башҡорт теле лә ғорур яңғыраһын! Онотолмаһын! Уны беҙ теләп өйрәнәбеҙ.
Мәңге йәшә, мәңге балҡы, республикам!

Виктория ЧАНДЫКОВА, IX «В» синыфы уҡыусыһы.

Туймазы ҡалаһы, 1-се мәктәп.

Фото: tripplanet.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: