+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәңге йәшә, республикам!

Гимназиябыҙҙа «Бай­рамың менән, һөйөклө Башҡортостаныбыҙ!» тигән кисә үткәр­ҙек. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ республикабыҙҙың хозур тәбиғәте, байлығы, кешеләренең уңғанлығы, ихласлығы хаҡында видеофильм ҡарап, ҡыҙыҡлы әңгәмәлә ихлас ҡатнашты, үҙ фекерҙәрен әйтте.

Мәңге йәшә, республикам!
Мәңге йәшә, республикам!

«Яратҡан Башҡорт­останым» тип аталған викторина ла ҡыҙыҡлы ине. Балалар унда ла һынатманы. Һорау­ҙа­р­ға дөрөҫ яуап биреү­ҙәре, республикабыҙҙың тарихын, бөйөк шәхестәрен, мәҙәниәтен, тәбиғәтен яҡшы белеүҙәре ҡыуандырҙы.Тимәк, беҙҙең киләсәгебеҙ – ышаныслы ҡулдарҙа!
Байрамыбыҙ аҙағында балалар «Башҡортостан – тыуған ерем» тигән китаптар күргәҙмәһе менән танышты.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, педагог-китапханасы.
Өфө ҡалаһы, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы.

Мәңге йәшә, республикам!
Мәңге йәшә, республикам!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: