+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балалар туризмы үҫешә

2023 йылда мәктәп туризмы өсөн федераль ҡаҙнанан 188 миллион 700 мең һум аҡса бүленгән. Үҙебеҙҙең республика ҡаҙнаһынан иһә 75 миллион 500 мең һум йүнәлтелә. Тимәк, V-IX синыфтарҙан 37 мең 743 бала бушлай сәйәхәткә сыға аласаҡ.

Балалар туризмы үҫешә
Балалар туризмы үҫешә

Илебеҙҙә мәктәп туризмын дәүләт кимәлендә үҫтереү буйынса махсус программа эшләй. Федераль проектҡа былтыр Башҡортостан да тәүгеләрҙән булып ҡушылғайны. 11 меңдән ашыу уҡыусы республиканың гүзәл тәбиғәтле, иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылды. Ә быйыл уларҙың һаны күпкә артасаҡ, сәйәхәт өсөн маршруттар ҙа күбәйәсәк. 

Мәктәп туризмы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте  БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына +7 (347) 218-17-20 телефоны буйынса шылтыратып белешергә мөмкин.

Фото: www.bashkortostan.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: