-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Атайсал" шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды

«Яҡташлыҡ көсө» II республика форумы барышында “Атайсал» шиғырҙар конкурсына ла йомғаҡ яһалды.

"Атайсал" шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды
"Атайсал" шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды

Композитор Рим Хәсәнов тәҡдиме буйынса Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы, республикабыҙҙың Композиторҙар, Яҙыусылар берлектәре менән бергә ойошторғайны.

 567 кеше үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын тәҡдим иткән. Жюри ҡарары буйынса 18-е финалға сыҡҡан. Төрлө йәш буйынса еңеүселәр билдәләнгән. Конкурста уҡыусыларҙың да ихлас ҡатнашыуы ҡыуандыра. Стәрлетамаҡтан Элина Вәхитова, Бөрйәндән Гөлиә Дауытова, Күгәрсендән Ғәлиә Әлимғужина башҡорт телендә яҙыусылар араһында еңеүсе булып танылды. Гөлиә  Тимер мәктәбендә VIII синыфта уҡый. Бәйгелә ҡатнашырға уны ауыл китапханасыһы Гөлнара Вәзир ҡыҙы дәртләндергән. Яҡшы уҡый, урыҫ әҙәбиәте, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән олимпиадала ла һынатмаған. Атайсалын, ауылы эргәһенән генә аҡҡан Ағиҙелен, Ҡалҡаман мәмерйәһен, тауҙарын бик ярата ул.

Элина Вәхитова иһә Стәрлетамаҡтағы 11-се мәктәптә бишенселә белем ала. Уға башҡорт теле, инглиз теле, йыр  дәрестәре оҡшай. Ялдарында Стәрлебаш районында йәшәгән өләсәһе менән олатаһы янында булырға ярата. II урын алған Зарина Мөхәмәҙуллина  Стәрлетамаҡтағы В.И.Ленин исемендәге 2-се интернат-лицейҙа V синыфта уҡый. Шағирә Зөһрә Үтәғолова алып барған журналистика түңәрәгенә йөрөй. Тәбиғәтте ярата. Иҫ китмәле матур Ишембай районы Иҫке Һәйет ауылы – уның атайсалы, каникулдарҙа барып йөрөгән ере.

Йәш быуын да “Атайсал» проекты тураһында белә, тыуған ерҙәренең ҡәҙерен белеп, илһөйәр булып үҫә. Уйлап ҡараһаң, улар проект эшҡыуарҙар өсөн генә түгел, тыуған ерен матурларға, тәбиғәтен һаҡлауға һәр кем ҡулынан килгәнсә өлөш индерә ала. Мәҫәлән, өмәләрҙә ҡатнашыу, ата-бабаларыбыҙ тураһында иҫтәлектәр йыйыу, ер-һыуыбыҙҙың тарихын өйрәнеү...

"Атайсал" шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды
"Атайсал" шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды
"Атайсал" шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды
"Атайсал" шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды
"Атайсал" шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: