+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тыуған яғым - алтын бишек
18 Сентябрь 2023, 10:57

Үҙенсәлекле өҫтәл уйыны!

Ишембай районы Көҙән мәктәбенән Лилиә Ринат ҡыҙы Ибәтуллина кескәйҙәр өсөн өҫтәл уйыны уйлап сығарған. Тәрбиәсе мәктәпкәсә белем биреү төркөмөндә эшләй.

Үҙенсәлекле өҫтәл уйыны!
Үҙенсәлекле өҫтәл уйыны!

Уйындың маҡсаты – балаларҙың тыуған ере һәм уның иҫтәлекле урындары тураһында белемен киңәйтеү. Бәләкәс уйынсылар Башҡортостан картаһы рәүешендәге майҙанда фишка ырғытып йөрөй. Юлда тәбиғәт ҡомартҡыларын һүрәтләгән фотолар менән “осраша”. Бала уларҙы танырға тейеш. Һәр карточканың артында текст бар. Был уйын ярҙамында кескәйҙәр Салауат Юлаевҡа, Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәлдәр, Дуҫлыҡ монументы, Ете ҡыҙ фонтаны менән таныша, Шүлгәнташ, Янғантау, Ирәмәл тураһында белем ала.

Балаларға был уйын бик оҡшай, ти Лилиә Ринат ҡыҙы. Улар шунда уҡ тыуған ауылдарындағы Әхмәтзәки Вәлиди музейын, Торатау шиханын, дөйәғоштәр фермаһын таныған. Киләсәктә тәрбиәсе уйынды яңы фотоһүрәттәр менән тулыландырырға ниәтләй. Башҡортостанда матур һәм ҡыҙыҡлы урындар бик күп бит!

Дуҫтар, «Үҙем эшләгән уйынсыҡ» конкурсына эштәр ҡабул итеү тамамланды. Кемдәр ҡатнашып өлгөрмәгән, кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Алда тағы ла матур ижади бәйгеләр көтә! Беҙҙең менән ҡалығыҙ!

 

Үҙенсәлекле өҫтәл уйыны!
Үҙенсәлекле өҫтәл уйыны!
Үҙенсәлекле өҫтәл уйыны!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: