+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләп

Республика көнө алдынан Өфө районың Зубов ауылындағы “Белем” мәғариф үҙәге балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөндә “Башҡортостан – тыуған ерем” тип аталған тематик иртәлек уҙҙы.

Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләп
Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләп

      Сараның маҡсаты – балаларҙа Кесе Ватанға ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойоғоһо тәрбиәләү, уның тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

      Кисә барышында балалар республика символдары тураһында белемдәрен нығытты, төҫтәрҙең һәм эмблемаларҙың нимә аңлатыуын белде, ғорурлыҡ менән республика гимнын тыңланы. Сара дауамында Тыуған ил тураһында башҡорт һәм урыҫ телдәрендә йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр. Чесноковка ауылы Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай синыфы уҡытыусыһы Вәсил Темировтың байрамға килеүе кескәйҙәр өсөн ҙур бүләк булды. Вәсил Булат улы уҡыусыларға моңло ҡурай моңдарын уйнап ишеттерҙе. Ә башҡорт милли уйындарын балалар айырыуса ҡәнәғәтлек менән уйнаны.

      Һис шикһеҙ, был сара балаларыбыҙҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, сөнки кеше өсөн иң ҡәҙерлеһе Тыуған ил бит!

Гөлнара ТЕМИРОВА,

музыка етәксеһе.

Өфө районы.

Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләп
Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләп
Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләп
Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләп
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: