+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Республика көнөнә арнап

Иҫәнғол балалар китапханаһында “Башҡортостан – алтын бишегем” уйыны уҙҙы.

Республика көнөнә арнап
Республика көнөнә арнап

Ҡунаҡҡа 2-се мәктәптең IX синыф уҡыусылары килде. “Йәйғорҙар” һәм “Батырҙар” командаларына бүленеп, бер нисә квест станцияһы үттеләр. Мәҫәлән, “Тыуған еребеҙ географияһы”, “Билдәле кешеләр”, “Тәбиғәт”, “Тарих” һәм башҡалар. Ейәнсура ерлегендә тыуған һәләтле яҡташтарын иҫтәренә төшөрҙөләр, йолалар хаҡында һөйләштеләр Тиҙлектәрен, белемдәрен, бергә эшләй белеүҙәрен һынаны балалар. Күңелле булды!

Фото: vk.com.

Республика көнөнә арнап
Республика көнөнә арнап
Республика көнөнә арнап
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: