Был сара телебеҙгә,тыуған илебеҙгә, республикабыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә, символикаһына ҡыҙыҡһыныу уятыу, Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарға ҡарата дуҫлыҡ тойғолары тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде.
Балалар тыуған еребеҙ тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, мәҡәлдәр әйтте, дәүләт символдары тураһында белемдәрен нығытты. “Йәшерәм яулыҡ” һәм башҡа башҡорт халыҡ уйындарын яратып уйнап, йырлап-бейеп күңел астылар.
Республикабыҙ көнөнә ҡарата мәктәпкәсә йәштәге әҙерлек төркөмдәрендә өс телдә (башҡорт, урыҫ, инглиз) шиғыр ятлау конкурсы ла үткәрелде. Унда балалар әүҙем ҡатнашып, шиғыр ятлау оҫталыҡтарын күрһәтте. Йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде.
Ғөмүмән алғанда, бай йөкмәткеле сара балаларға бик оҡшаны.
Рәмзиә МУСИНА,
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.