+3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Сәскә ат, Башҡортостаным!

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы көнө! Минең тыуған яғым – Ер йөҙөндәге иң матур урындарҙың береһе.

Сәскә ат, Башҡортостаным!
Сәскә ат, Башҡортостаным!

Башҡортостан... Был ябай һүҙгә күпме мөхәббәт һәм наҙ һалынған! Унда шишмәләрҙең шаулауы, ҡоштарҙың йырлауы, бал ҡорттарының беҙелдәүе, ҡурай моңо ишетелә. Республикам урмандарға, баҫыуҙарға, тауҙарға, йылғаларға, файҙалы ҡаҙылмаларға бик бай .

Тыуған илебеҙ менән ғорурланабыҙ. Күктәребеҙ аяҙ, илдәребеҙ тыныс булһын! Сәскә ат, Башҡортостаным!

 

Таһир РӘХИМОВ,

II синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: