Ата-әсәләр комитетынан Дилара Ирек ҡыҙы Усмановаға рәхмәт инде, барыһын да тиҙ арала ойошторҙо. Балалар уңайлы автобустарҙа Нуриман районына ике көнлөк ялға барып ҡайтты.
Тәүҙә синыф етәкселәре Татьяна Валерьевна Фәттәхова менән Павловка гидроэлектрик станцияһын күрҙеләр. Вәт, исмаһам, ҡеүәтле ҡоролма! Ул – республикабыҙҙа иң эреһе. Ошонда уҡ иң ҙур һыуһаҡлағыс урынлашҡан.
Артабан балалар Ҡыҙыл шишмә ауылындағы ҡатын-ҡыҙҙар монастырында булды. Татлы мамыҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе, спорт уйындары, дискотека ла ойошторолдо үҫмерҙәргә. Эй, күңелле! Тәмле итеп ашаттылар. Йоҡлаған бүлмәләре йылы, уңайлы.
Етенселәр сәйәхәттән бигерәк ҡәнәғәт ҡалды.