+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәсминәнән ҡотлау

5 йәшлек Йәсминә БӨРКӨТБАЕВА үтеп киткән Республика көнө менән тәбрикләй.

Йәсминәнән ҡотлау
Йәсминәнән ҡотлау

Ҡыҙыҡай Баймаҡ ҡалаһындағы “Йондоҙло” балалар баҡсаһына йөрөй. Үҙ ҡулдары менән ошондай тирмә һәм ихата алдын яһаған.

Башҡортостан

Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.

Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле–татлы һыуҙарым.

Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.


(Рәсимә Ураҡсина)

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: