“Башҡорт батырҙары” квиз-уйынын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм "УМАЙ" этно-мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма үткәрә.
Квиз-уйын – логикаға һәм белемгә ҡоролған башватҡыс уйын-викторина. Ул башҡорт телендә алып барыласаҡ. 3 раунд була: викторина, ирекле һорауҙар һәм музыкаль викторина. Беренсе, икенсе этапта – 10-ар һорау, өсөнсө этапта – 5.
Уйында 7 кешенән торған 10 команда ҡатнаша ала. Теләүселәргә алдан теркәлеү мотлаҡ: https://forms.gle/c4nmpmZknKq9A3TA9.
Проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Белешмәләр өсөн телефон: 246-58-24.