+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ бергә!

Халыҡтар берҙәмлеге көнө хаҡында балаларҙың бәләкәйҙән белеп үҫеүе зарур. Сөнки берҙәм булғанда, беҙ бер кем, бер нәмә алдында ла баҙап ҡалмаясаҡбыҙ.

Беҙ бергә!
Беҙ бергә!

Өфөләге 51-се башҡорт балалар баҡсаһында был көндә бөтә төркөмдәрҙә лә әңгәмәләр һәм дәрестәр үтте. Улар тыуған төйәгебеҙ, йәшәгән илебеҙ тураһында белемде киңәйтеү, ҡыҙыҡһыныусанлыҡты үҫтереү, еребеҙгә һөйөү, патриотик тойғолар тәрбиәләү, бер-беребеҙгә изгелекле мөнәсәбәт, ярҙамға килеү теләген тыуҙырыу маҡсатында уҙғарылды.

Балалар халыҡ берҙәмлеге тарихы темаһына йомаҡтар һәм кроссвордтар систе. Төрлө милләт вәкилдәренең фотоларын ҡаранылар. Һуңынан күмәкләп ҙур итеп аппликация яһанылар.

Әгәр беҙ бергә икән, илебеҙҙең көсө лә, ҡеүәте лә артасаҡ!

Фото: vk.com.

Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: