Мәктәп тарихында тәүге тапҡыр «Йыл уҡыусыһы – 2024», «Йыл синыфы – 2024» билдәләнде. Кемдәр иң-иңеме? «Йыл уҡыусыһы – 2024» призына «Урал батыр» эпосын оҫта һөйләгән, «Башҡорт малайы» бәйгеһендә Гран-при яулаған, көрәштә бил бирмәгән һәм бейеүҙә оҫталыҡ күрһәткән IV «А» синыфы уҡыусыһы Нияз Баййегетов лайыҡ булды! Ә инде «Йыл синыфы – 2024» призы төрлө конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашып, гел алдынғы урын алған берҙәм һәм татыу IV «А» синыфы уҡыусыларына бирелде. Улар күсмә кубок менән бүләкләнде. Афарин! Был синыф менән үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусы Динә Ғәфүр ҡыҙы Мырҙағәлина етәкселек итә.
Шул уҡ көндө IV «А»-лар, башланғыс синыфтарҙың сығарылыш уҡыусылары булараҡ, йола буйынса белем усағы янында алма, армыт (груша) ағастары ултыртты. Тиҙҙән улар ҙур булып үҫеп, дүртенселәрҙе хәтерләтеп, мәктәп янын биҙәп, шаулап ултырыр әле.
Зөһрә ХӘКИМОВА.