Булһа, барҙыр... Ләкин минең өсөн тыуған яғым донъялағы барлыҡ ерҙәрҙән дә матурыраҡ тойола. Уның гүзәллеге хатта йырҙарҙа ла данлана бит:
Күгәреп тә ятҡан Урал тауы –
Атай-олатайҙар төйәге.
Ерен, һыуын һаҡлап ҡорбан булып,
Шунда ята батырҙар һөйәге!
Ана, ҡарағыҙ әле, Ағиҙел ярында саптар атҡа атланған батыр һыны үҙе бер мөғжизә түгелме?! Беҙҙең милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, уң ҡулын алға һуҙып, беҙҙе батырлыҡтарға рухландыра. Халыҡ азатлығы өсөн үҙен аямаған, ысын мәғәнәһендә данлы Урал батыр тоҡомонан ул.
Икенсе бер мөғжизәбеҙ – ул инде изге Ҡурай, үҙенең моңдары менән арбай беҙҙе. Уның кеүек ерҙә үҫкән музыка ҡоралы башҡа бер халыҡта ла юҡ! Тыуған тупрағынан көс алған ошо бер ябай үлән һабағынан күпме моң урғыла. Ә уның ете тажы берҙәмлек символы булып байраҡтарҙа елберҙәй.
Тыуған илемдең тағы ла бер биҙәге – Шүлгәнташ мәмерйәһе. Был бөтә донъяға билдәле мөғжизәбеҙ үҙендә әллә күпме сер һаҡлай. Боронғонан ҡалған исеме үк уның беҙҙең данлы эпосыбыҙ «Урал батыр»ға барып та тоташа ла инде. Ана, уның эргәһенән селтерәп аҡҡан Шүлгән йылғаһы һәм Йылҡысыҡҡан күле төбөнән әкиәттәге Аҡбуҙат әле лә кешнәп килеп сығыр кеүек тойола бит...
Ә инде был тирәлә үҫкән һомғол ҡарағайҙарға күҙ һалайыҡ әле. Солоҡтарҙа геүләгән егәрле бал ҡорттары тыуған ерҙең шифалы сәскәләренән һут йыя.
Башҡорт балы – бөтә донъяға билдәле иң яҡшы бал! Төрлө күргәҙмәләрҙә алтын миҙалдар яулаған, файҙалы булыуы менән айырылып торған татлы ризыҡ – үҙе бер мөғжизә, дуҫтар!
Әкиәттәрҙә һөйләгәнсә, «данлы Урал батыр Тереһыу юлын быуып ятҡан дейеүҙәрҙе ҡыйратып ташлағас барлыҡҡа килгән тау» – Янғантау ҙа бөтә илгә билдәле. Уның шифалы быуҙары һәм һыуҙары күпме кешеләргә сәләмәтлек бирә. Ысын мәғәнәһендә Тереһыу үҙе!
Тереһыу, бәлки, Красноусол шишмәләрелер. Хатта космонавтар үҙ иткән был шифахана һаулыҡ һәм сихәт биреүсе тоҙло һыуҙары менән дан тота. Әллә ҡайҙағы алыҫ диңгеҙ буйҙарындағы билдәле ял йорттарың ары торһон!
Ә инде быуаттарҙы ашып, әлеге көндәргә килеп еткән «Урал батыр» эпосы – бына ошо барлыҡ мөғжизәләрҙең башы! Беренсенән, унда беҙҙең халҡыбыҙҙың матур тарихы сағыла ла инде. Тәүҙә әйтеп кителгән алты мөғжизәбеҙҙә был эпос менән бик тә тығыҙ бәйләнгән. Тимәк, беҙҙең тәү бабабыҙ данлы Урал батыр әлеге көндә лә беҙҙең арала. Ҡобайырҙа әйтелгән мәңгелек ҡиммәттәр бөгөн дә үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Ата һүҙен тоторға, тыуған ерҙе яратырға, изге эштәр ҡылырға, туғанлыҡтың ҡәҙерен белергә, халҡың өсөн йәшәргә, мөхәббәткә тоғро булырға өйрәтә ул беҙҙе! Ата һүҙен тотмаған, туған ҡәҙерен белмәгән Шүлгәндең яуызлыҡтарын, илен онотҡан Ҡәһҡәһәнең мәкерлектәрен күреп ғибрәт алабыҙ. Үҙен генә уйлап Йәншишмәнән һыу эскән ҡарттың фәһемле һүҙҙәренән һуң күңелдәрҙә яҡшылыҡ эшләү теләге тыуа:
Донъя ул бер бағ икән,
Йән эйәһе шул бағта
Донъя быуынын һанаған,
Ҡайһыһы быуын аҡлаған,
Ҡайһыһы быуын таплаған,
Төрлө төҫкә биҙәгән
Бары үҫемлек, гөл икән.
Эйе, баҡсалай матур, гүзәл еребеҙҙә йәшәйбеҙ! Ошо матурлыҡты бысратмай, тапламай артабан да тәбиғәтебеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәһәк ине. Гөл кеүек тирә-яҡҡа шатлыҡ өләшеп, кешеләргә һәр саҡ тик яҡшылыҡ ҡына эшләп, Урал батырҙың васыяттарына тоғро булып ҡалайыҡ!
Тыуған Башҡортостаныбыҙҙа тау-урмандар һәр саҡ йәшәһен, мәңге үлмәҫ төҫ алһын, ҡошо һәр саҡ маҡтап һайраһын, халҡы йырлап хуплаһын!
Алмаз МАННАПОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Краснокама районы, Хәнәфи Нурғәлиев исемендәге Яңы Аҡтанышбаш мәктәбе.