-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тыуған яғым - алтын бишек
10 Сентябрь 2024, 13:34

Тәбиғәт мөғжизәһе

Ниндәй ҙә гүзәл икән беҙҙең тыуған еребеҙ, сит илең ары торһон!    

Тәбиғәт мөғжизәһе
Тәбиғәт мөғжизәһе

Кем генә сәйәхәтте яратмай инде. Беҙҙең Башҡортостан - үҙе ожмах иле. Республика балалар үҙәгенең «Атай-олатайҙар эҙҙәре буйлап» (етәксеһе - Валентин Александрович Корнилов ) туристик клубына йөрөүсе балалар атай-әсәйҙәре менән бергәләп, тыуған еребеҙҙең төрлө ерҙәренә сәйәхәт итергә ярата. Ниндәй ҙә гүзәл икән беҙҙең тыуған еребеҙ, сит илең ары торһон!

Бер ялды ла сәйәхәтһеҙ ҡалдырмай улар. Яңыраҡ Иглин районындағы Таутөмән ауылы янындағы матур зәңгәр күлдә булдылар.

Зәңгәр күл - элекке карьер, ваҡыт үтеү менән ул һыу менән тула, ә ярҙары ҡыуаҡлыҡтар һәм ағастар менән ҡапланған. Баҫыу уртаһында матур оазис барлыҡҡа килә һәм ҡыҙыҡлы тыуған яҡты өйрәнеү өсөн уникаль туристик объектҡа әйләнә. Ғәжәйеп матурлыҡты күрмәй ҡалмағыҙ!

Йәш сәйәхәтселәр бер шырпы бөртөгө менән усаҡ яғырға, тәмле урман сәйе ҡайнатырға, бутҡа бешерергә өйрәнде. Ҡырҙағы ризыҡ иҫ китмәле тәмле икән.

Бәләкәй туристар текә тауға күтәрелеү һәм төшөү күнекмәләрен үтәне. Малайҙар һәм ҡыҙҙар файҙалы һәм күңелле ял итте.

Яңы туристик маршруттарға һәм дуҫтар табырға теләһәгеҙ, «Атай-олатайҙар эҙҙәре буйлап» клубына килегеҙ!

Тәбиғәт мөғжизәһе
Тәбиғәт мөғжизәһе
Тәбиғәт мөғжизәһе
Тәбиғәт мөғжизәһе
Тәбиғәт мөғжизәһе
Тәбиғәт мөғжизәһе
Тәбиғәт мөғжизәһе
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас: