-22 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Тыуған ер бит әсәйебеҙ кеүек

Донъялағы илдәрҙең, ҡалаларҙың, ауылдарҙың матурлығын һанап бөтөү мөмкин түгел. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, бай.

Тыуған ер бит әсәйебеҙ кеүек
Тыуған ер бит әсәйебеҙ кеүек
 Береһе - тауҙары менән, икенселәре - яландары менән, өсөнсөләре ҡалалары менән дан тота, шуға ла уларҙы бер нисек тә сағыштырып булмай.
Һәр бер кеше Тыуған еренә ҡарата күңелендә һөйөү тойғоһо йөрөтәлер. Мин дә бының турала йыш уйланам. Тыуған ер бит ул әсәйебеҙ кеүек. Уның ҡуйынына һыйынып йәшәйбеҙ, шунда тәпәй баҫабыҙ, нығынабыҙ. «Башҡортостан» тигән һүҙҙе ишетеү менән күңел ирей, хискә тулыша. Күҙ алдына шунда уҡ ғорур ҡаялар, таштарҙы йыуып, сылтырап аҡҡан шишмәләр, береһенән-береһе бейек тауҙар, иге-сиге күренмәҫ далалар, күкрәп үҫкән урмандар, төрлө төҫкә буялған яландар күҙ алдына баҫа. Ошондай матур тәбиғәтле илде нисек һөймәй була һуң?
 Республикабыҙ беҙҙең аңыбыҙға ҡурай моңдары, атҡа атланған Салауат Юлаев, Урал тауы, башҡорт балы, ҡымыҙы, халыҡ йырҙары, бейеүҙәре, халыҡтың үҙе һымаҡ боронғо Шүлгәнташ мәмерйәһе булып һеңгән. Эйе, Башҡортостан шул хәтлем матур ер. Ул беҙгә төрлө йәнлекле урмандар, киң далалар, мул һыулы йылғалар бүләк иткән.
Әгәр ҙә Башҡортостан картаһына ҡараһаң, Бөрйән яҡтарында минең тыуып үҫкән, тәпәй киткән ғәзиз тыуған ауылым – Килдеғолом бер нөктәләй генә булып күренә. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, халҡы өсөн ул иң ҙур, ҡәҙерле ерҙәрҙең береһе. Ауылымды тирә-яҡтан тауҙар-урмандар уратып алған, уны икегә бүлгән Һарағы йылғаһы үҙенең саф һыуҙары менән һәр кемде туйындыра. Йәй көндәре туғайҙарҙы төрлө ағастары хуш еҫле сәскәгә, йәшеллеккә күмә, ә урмандары тәмле-тәмле еләктәре менән тулы була.
Килдеғолом, ауылым,
Тыуып үҫкән ерем ул.
Бында мин тәпәй киттем,
Тәүге һүҙҙәрҙе әйттем.
Һуҙылып ятҡан тауҙарың,
Икегә бүлгән Һарағың,
Сылтырап аҡҡан шишмәләрең,
Ҡарағайың, ҡайының –
Бигерәк ныҡ һағындыра,
Һаман үҙенә саҡыра.
Тыуған яғына ҡайтҡан
Ап-аҡ изге аҡҡоштай,
Бөтә уйҙарым һиндә,
Талпынам бит мин һиңә!
Тыуған ер – ул иң изге,
Иң ҡәҙерле урындыр.
Һинһеҙ йәшәү ҡыйындыр.
Килдеғолом, ғәзиз ерем,
Ҡотоң менән туйындыр,
Ҡуйыныңа һыйындыр.
   Ситкә сығып киткәс, әле бер ҡасан да иғтибар итмәгән урындар иҫкә төшә, үҙҙәре хаҡында уйлата, һағындыра башлай. Ныҡ ҡыйын булһа ла, барыбыҙ ҙа берәй ҡасан үҙебеҙҙең тыуып үҫкән еребеҙҙе ҡалдырып сит-ят яҡтарға юлланабыҙ. Ләкин беҙ уны онотмаҫҡа, йышыраҡ ҡайтып торорға тейешбеҙ.
   Бай, киң, ырыҫлы Ватаным – Хоҙай тарафынан бирелгән иң ҡәҙерле бүләк, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған иң ҡиммәтле мираҫ. Уны һаҡлайыҡ һәм матур, таҙа көйө киләсәк быуындарға тапшырайыҡ. Республикабыҙ сәскә атһын!


Лиана ИСХАҠОВА,
X«В» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат- гимназияһы
Тыуған ер бит әсәйебеҙ кеүек
Тыуған ер бит әсәйебеҙ кеүек
Тыуған ер бит әсәйебеҙ кеүек
Тыуған ер бит әсәйебеҙ кеүек
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: