-22 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыуыштау мәмерйәһендә

Йәш туристар сәйәхәткә сыҡты.

Ҡыуыштау мәмерйәһендә
Ҡыуыштау мәмерйәһендә

Улар атай-әсәйҙәре менән бергә Башҡортостандың Иглин районындағы Ҡыуыштау мәмерйәһенә юлланды. Валентин Александрович Корнилов менән балалар ер аҫты батшалығы менән танышты.

Ҡыуыштау – карсттарҙан һәм көңгөр ҡатламының гипс менән ангидриттарында барлыҡҡа килгән мәмерйә. 1965 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы һанала.

Мәмерйәнең оҙонлоғо – 1 мең 94 метр, киңлеге – яҡынса 5 метр, бейеклеге – 2 метр, көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә тәрәнәйә бара. Ҡыуыштау мәмерйәһе буйлап эстән шундай уҡ атамалы шишмә аға.

Балалар ҡарҙа усаҡ та яғып ҡараны, етәкселәре менән бергәләп аш-һыу ҙа бешерҙе. Ялдары бик файҙалы үтте.

Ҡыуыштау мәмерйәһендә
Ҡыуыштау мәмерйәһендә
Ҡыуыштау мәмерйәһендә
Ҡыуыштау мәмерйәһендә
Ҡыуыштау мәмерйәһендә
Ҡыуыштау мәмерйәһендә
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас: