+13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Был шишмә нисек атала икән?

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәге менән күренекле яҙыусы, гәзитебеҙҙең элекке баш мөхәррире Шәриф Биҡҡол тыуған ауыл Ҡарлыман араһында, юл ситендә генә бик матур шишмә бар. 

Был шишмә нисек атала икән?
Был шишмә нисек атала икән?

Уны тәрбиәләп, ҡәҙерләп тоталар, әммә исеме яҙылмауы ғына эсте бошора. Моғайын, ҡасандыр нисектер аталғандыр инде, уны халыҡ белергә тейештер.

Интернетта Ҡарлыман ауылынан Фидат Юнысов тигән кешенең яҙмаһын таптыҡ. Нәҡ ошо шишмә тураһында кеүек ул.

"Тағы бер тәбиғәт ҡомартҡыһы — Ҡырмыҫҡалы менән Ҡарлыман ауылдары араһындағы шишмә. Беҙ бала саҡта уны Изгеләр йәки Әүлиәләр шишмәһе тип йөрөтәләр ине. Һыуының тәмлелеген ҡағыҙға ғына яҙып аңлатырлыҡ түгел, уны эсеп ҡарау мотлаҡ. Һыуы һауыт-һабаның, самауырҙың төбөнә ултырған юшҡынды бөтөрә, бер ваҡытта ла боҙолмай, айҙар буйы торһа ла, үҙенең сафлығын, тәмен юғалтмай. Уның дауалау сифатына бала сағымда үҙем инандым. Миңә 6 йәштәр самаһында күҙҙәрем эренләп ауырыны, әсәйем мине өшкөртөргә тип ауылдағы Лотфулла мәзингә алып барҙы. Мәзин бабай мине шул шишмәгә алып барып, битемде, күҙҙәремде һыу менән йыуырға ҡушты. Әсәйем шишмәгә ике тапҡыр ғына алып барҙы, өсөнсө барыуҙың кәрәге булманы. Шишмәнән әлеге көндәрҙә лә халыҡ һыу ала".

Юлығыҙ төшһә, туҡтап шифалы һыуын эсмәй үтмәгеҙ, дуҫтар. Бик тәмле!

Автор фотоһы.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас