+8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Рәхәтләнеп саңғыла йөрөнөк

Синыфыбыҙҙа аҡыллы, тырыш 13 уҡыусы белем ала. Етәксебеҙ – Гөлсөм Урал ҡыҙы Йыл­ҡыбаева. Уны урман ҡыҙы, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Сөнки урманды бик ярата: уҡытыусыбыҙҙы йыл әйләнәһенә ял көндәрендә шунда күрергә мөмкин.

Рәхәтләнеп саңғыла йөрөнөк
Рәхәтләнеп саңғыла йөрөнөк

Көҙөн синыфыбыҙ менән ауылыбыҙҙың иң матур урынына – Ҡыраҡа тауына күтәрелдек. Ул бик бейек, башына менһәң, 7 ауыл күренә. Үренән кире тау артына төшә бараһың һәм 6-7 сәғәтлек юл үтеп, кире килеп сығаһың. Йәйен унда бик күп туристарҙы осратырға була.
Оҙайлы ҡышҡы каникул үткәс, Гөлсөм Урал ҡыҙы беҙҙе Ҡыраҡа буйына алып сыҡты. Ҡар өҫтөнә саңғылар менән шыршы һүрәте яһай-яһай юғарыға үрмәләнек. Саңғылар беҙҙе үҙҙәре алып менде. Бөтә ер ап-аҡ юрғанға төрөнгән мөғжизәле ҡыш айында рәхәтләнеп шыуҙыҡ ҡына. Ҡышҡы урмандың матурлығына, тыныслығына ҡарап һоҡландыҡ. Ҡуян эҙҙәрен күрҙек. Хатта матур, ҡупшы тейенде осраттыҡ. Ул беҙҙән ҡурҡып, етеҙ генә ағасҡа үрмәләп менеп китте.
Саңғыла шыуыу, аҡ ҡарҙа яңы юлдар ярыу кәйефте күтәрҙе. Шундай рәхәт, күңелле булды, сәләмәтлекте лә нығыттыҡ. Арыһаҡ та, беҙ ныҡ ҡәнәғәт инек. Тағы ла саңғыла сығырға һөйләшеп таралдыҡ.

Зилиә ХАЖИНА, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас