

Меценаттар, ирекмәндәр, МХО геройҙары, балалар, йәштәр, төрлө төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ аралашты, фекер алышты, йомғаҡтар яһалды. Сарала һигеҙ тематик майҙансыҡ эшләне. Милли кейем көнөнә тура килгәнлектән заманса милли кейем өлгөләрен күрһәтеү ойошторолдо.
Форумдың пленар ултырышында Радий Хәбиров "Атайсал" проектының биш йыллыҡ һөҙөмтәләрен иғлан итте. Изге эштә 8 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 40 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Тыуған ауылдарға һәм ҡалаларға 2 миллиард һумдан ашыу шәхси инвестиция йәлеп ителгән. "Ватан көсө" форумы халыҡты берләштереүсе, тыуған яҡ өсөн изге эштәргә саҡырыусы бер көс булып тора.
Автор фотолары.