-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
18 Декабрь 2017, 15:11

«Йәншишмә»нән күңелдәргә йәм күсә

Хөрмәтле ата-әсәләр!Үҙемдең дә бала һәм үҫмер саҡтарым иҫкә төшөп китте лә гәзит аша һеҙгә өндәшеп ҡарарға булдым әле. Һүҙем мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус баҫма – «Йәншишмә» гәзите тураһында. Һәм ул ғына ла түгел.

Хөрмәтле ата-әсәләр!


Үҙемдең дә бала һәм үҫмер саҡтарым иҫкә төшөп китте лә гәзит аша һеҙгә өндәшеп ҡарарға булдым әле. Һүҙем мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус баҫма – «Йәншишмә» гәзите тураһында. Һәм ул ғына ла түгел.

Исеменән үк моңло шишмә сыңы ишетелеп торған был тылсымлы балалар гәзитен әгәр алдырһағыҙ, өйөгөҙгә ул мотлаҡ ҡот, бәрәкәт һәм шатлыҡ килтерәсәк. Кескәйҙәр генә түгел, хатта үҙегеҙ ҙә ҡыҙыҡһынып уҡый башлаясаҡһығыҙ уны. Ышанығыҙ! Мин әйтте, тиерһегеҙ. Ни өсөнмө? Сөнки «Йәншишмә» телевизорҙан ҡайһы бер үҫмерҙәр ҡараған «ужастик»тарҙан бөтөнләй айырыла һәм күп мәртәбәгә шәберәк тә. Уның биттәрендә беҙҙе уратып алған донъя һәм ысынбарлыҡ хаҡында күпме хаҡ (ысын) мәғлүмәт менән бергә, үткән данлы быуындарҙы һәм бөгөнгө йәш-елкенсәктең ҡайнап торған шаулы, бәхетле тормошо, заман һулышы тойола, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс хәлдәр хаҡында бәйән ителә. «Йәншишмә»нең беҙҙең күңелдәрҙең рухи һыуһынын ҡандырыр шифаһы бәхәсһеҙ!

Тик тура ҡарап, ҡырын һөйләп булмай шул. Үкенескә була, гәзитебеҙҙең тиражы йылдан-йыл кәмей. Уны мәктәп йәшендәге уҡыусылар уҡымайҙарҙыр, ахыры, тигән күңелһеҙ уйҙар килә башҡа. Ә хөрмәтле атай-әсәйҙәр, милләттәштәребеҙ быға иғтибар ҙа итмәй, шикелле. Әйтерһең, балалар өсөн башҡорт телендәге «Йәншишмә» гәзите донъяла бөтөнләй юҡ!

Был бик аяныслы хәл бит. Төптәнерәк уйлап ҡараһаҡ, башҡорт телендә уҡыған күпме балалар бар! Республикабыҙҙа әллә күпме башҡорт мәктәбе, гимназиялар эшләй! Үҙ туған теле тип һанаған күпме бала башҡорт телен өйрәнә!

Ә шул уҡ ваҡытта башҡорт балаларына тәғәйенләнгән «Йәншишмә» гәзитенең бөгөнгө тиражы ни бары 1 000 дана самаһы. Беҙгә оят түгелме?..

Ә бит «Йәншишмә»нең (элекке «Башҡортостан пионеры» гәзите) 70 меңдән ашыу тираж менән сыҡҡан саҡтары булды. Хөрмәтле оло быуын милләттәштәрем быны хәтерләйҙәрҙер.

Тираждың кәмеүе (йәғни гәзиткә яҙылыусыларҙың аҙайыуы) был темптар менән барһа, «Йәншишмә» гәзитенән бөтөнләйгә ҡолаҡ ҡағып ҡалыуыбыҙ ҙа бик ихтимал. Ә бит барҙы юҡ итеү анһат. Барҙы юғалтмайыҡ, уның ҡәҙерен беләйек. «Хәҙер компьютер, интернет заманы» тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Әммә гәзит-журналдар электрон вариантҡа күскән тәҡдирҙә лә уларҙың ҡулға тотоп уҡыр төп нөсхәләре һаҡланасаҡ бит барыбер. Беҙгә уларҙы һаҡлап ҡалыу мөһим.


Ҡәҙерле балалар!


Тиҫтерҙәрегеҙ ижады менән даими танышып тороу ҙа тик файҙаға ғына бит. Кемдең ниндәй һәләте бар, кем нимә менән шөғөлләнә, киләсәктә кем булырға хыяллана (хатта әҙерләнә!) – бөтәһе хаҡында ла асыҡтан-асыҡ, иркенләп, ихластан һәм кинәнеп яҙа «Йәншишмә»нең дуҫтары – йәш хәбәрселәр!

Бына, мәҫәлән, күптән түгел мин унда «Оркестр-ҡыҙ» тигән бик матур һүрәтләмә уҡып ҡыуандым. Баҡһаң, беҙҙең республикала шундайын да талантлы йырсы, нәфис һүҙ оҫтаһы, бейеүсе, милли музыка ҡоралдарында уйнаусы (ҡурай, ҡумыҙ, думбырала) туғыҙ йәшлек кенә Ләйсән тигән ҡыҙ бар икән дә! Ә мин ошоғаса уның тураһында ниңәлер белмәй йөрөгәнмен. Рәхмәт, «Йәншишмә»! Үҙенең һоҡланғыс концерт-тамашаһы менән Бөтә Рәсәйгә танылған талантлы Учалы ҡыҙы Ләйсән Золотарёва тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр белдем әле.

Киләсәктә лә Ләйсән Золотарёва, Айнур Әхмәтов, Айгөл Сөләймәнова, Сәлимә Дәүләтшина, Лидиә Динмөхәмәтовалар һәм улар шикелле уңған, сағыу һәләтле ҡыҙҙар һәм малайҙар тураһында яҙып тороғоҙ. Улар – беҙҙең бөгөнгө ғорурлығыбыҙ, иртәгәге рухи байлығыбыҙ бит!


Хөрмәтле редакция! Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр!


Әйҙәгеҙ, ошондай йәш таланттарыбыҙ хаҡында махсус китап сығарайыҡ. Ә «Йәншишмә» гәзите ошо күңелле акцияның төп ойоштороусыһы ла, мәғлүмәт сығанағы ла булһын. Был китап туған республикабыҙҙың 100 йыллығына һеҙҙең барығыҙҙан да ҡәҙерле бүләк буласаҡ.

Кемдәр 2018 йылға «Йәншишмә» гәзитенә яҙылып, уны даими алдырып уҡып барасаҡ, шулар Башҡортостаныбыҙҙағы йәш таланттар тураһындағы ошо иҫтәлекле китап менән бүләкләнәсәк!


Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, ҡәҙерле уҡыусылар! «Йәншишмә» гәзитебеҙ мөһабәт Уралыбыҙҙағы тере һыу сығанағы – йәншишмә кеүек саф һәм урғылып аҡһын өсөн, йәшәйешебеҙгә бары изгелектәр алып килер йәм шишмәһе булһын өсөн барыбыҙ ҙа бергәләп тырышайыҡ, дуҫтар!


Етеп килгән Яңы йыл сәләмдәре менән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим АРАЛБАЙ.

Читайте нас: