Хөкүмәт йортонда ошо мәсьәләгә арнап Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының вице-Премьер урынбаҫары Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала йыл һайын 1 меңдән ашыу малай һәм ҡыҙ социаль етем тип табыла икән. Бөтәһе лә ғаиләләрҙең имен булмауынан, эскелектән килә. Әле «Ғаилә» үҙәктәре базаһында хәүеф янаған ғаиләләр менән эшләү өсөн комплекслы модель булдырыла. Атай-әсәйҙәргә, балаларға психологик һәм бүтән төрлө ярҙам күрһәтеп, ғаиләләрҙе күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡлап алып ҡалыу мөмкин булыр, тип күҙаллана. Тере етемдәр ҙә кәмер ине.