Физкультура дәресендә һуғышып. Синыфташтары был мәлде видеоға төшөргән, уҡытыусы ла шул залда булған. Аптырамалы бит! Ҡайҙан килә ул шул тиклем битарафлыҡ, ҡанһыҙлыҡ?! Үҫмерҙе быға тиклем дә ҡыйырһытҡан булғандар, тип яҙалар. Нишләп быны туҡтатырлыҡ сара күрелмәгәндер. Хәҙер, баланың һаулығына шул тиклем зыян килгәс кенә, ғәйеплеләрҙе эҙләй башлайҙар инде.
Әйткәндәй, Өфө мәктәбендә теркәлгән буллинг осрағы буйынса Киров районы эске эштәр бүлегенең тәфтишселәре тикшереү эштәрен башлаған. Енәйәт эше асыуҙары ла ихтимал. Теләһә ҡайһы мәктәптә кемделер йәберләүҙәре бар. Быны күреп торған уҡыусылар, шуның менән риза булған кеүек, күҙәтеүсе ролендә генә ҡалмаһын ине. Ҡыйырһытылған, туҡмалған бала үҙе лә мотлаҡ өлкәндәргә мөрәжәғәт итергә тейеш. Үҙҙәрен әллә кем тип һанаған, бүтәндәрҙе кәмһеткән уҡыусыларға яза юҡмы ни? Тәртипһеҙ үҫмерҙәр менән иҫкәртеү саралары үткәреп, кәрәк икән, хатта полиция бүлегенә иҫәпкә ҡуйырға ла булалыр. Уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә балалар араһында булған буллинг осраҡтарына, үҙҙәре аңлашыр әле, тип, күҙ йомоп ҡарамаһын ине.
Республика Башлығы тәүге мәғариф форумында: «Мәктәптә буллинг булмаҫҡа тейеш», – тигәйне. Шунан һуң Йәмәғәт палатаһы тарафынан буллингҡа ҡаршы йүнәлтелгән «Яҡын бул» тигән проект тормошҡа ашырыла башланы. Республика кимәлендә эш алып барылғас, мәктәптәрҙә аныҡ профилактик саралар үткәрелә башлар, моғайын.