+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
27 Декабрь 2019, 19:35

Телефондан айырыла алаһыңмы?

2019 йылда уҡыусылар араһында иң популяр социаль селтәр «Бәйләнештә» булған.

Дөйөм алғанда, уларҙың 98 проценты даими рәүештә интернетҡа инә. Нимә эшләйҙәрме? Күберәк аралашалар, мәғлүмәт эҙләйҙәр, уйын уйнайҙар. Балалар ҙурайған һайын әҙерәк уйнай, күберәк интернет аша әйбер һатып ала башлай. Бишенселәр ҙур синыф уҡыусыларына ҡарағанда интернетҡа инер өсөн гаджетты ике тапҡыр һирәгерәк ҡуллана икәне асыҡланған.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева әйтеүенсә, 14 йәшлек беҙҙең ил үҫмере Американыҡына ҡарағанда интернетта оҙағыраҡ ултыра. Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, телефон булмаһа, дәрестә уҡыусыларҙың 74 процентының фекерләү һәләте арта, 79 процентының СМС-хәбәр йәки шылтыратыу көтөү арҡаһында борсолоуы кәмей икән. Уйланырға урын бар.
Читайте нас: