+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
10 Ғинуар 2020, 13:41

«Ауырыһам, бер аҙна өйҙә ятыр инем!..»

Һауа торошо аптырата хәҙер. Әле йылы, әле һыуыҡ. Урамда юл аша сығырға светофорҙың йәшел уты янғанын көтәбеҙ. Эргәмдә бер үҫмер яланбаш баҫып тора. Шул көндө һыуытып ебәргәйне. Үҙен йәлләп:– Ниңә улай башыңа кеймәнең? Һалҡын тейҙерәһең бит, – тинем.– Арыу булыр ине әле, исмаһам, бер аҙна өйҙә ятыр инем, – ти был. Аптырап киттем: кеше үҙ-үҙенә ауырыу теләр икән?!

– Улай еңел генә уйлама, балаҡай, ауырыуҙың үтеп китә торғаны булһа ярай ҙа, аҙаҡ эҙемтәләре хәүефле булыуы ихтимал, – тим.

– Миңә яҡын ғына ул, юл аша йыраҡ бараһы түгел.

– Һалҡын тейер өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй. Әле бына күпме ба­ҫып торҙоҡ. Өйөңә ҡайтып етәһе лә бар.

Үҫмер шулай ҙа кеҫәһенән алып башлығын кей­ҙе.

Светофорҙың йәшел уты яныу менән ул шәп-шәп атлап юл аша сыға башланы. Бер аҙ бар­ғас, артына әйләнеп: «Рәхмәт!» – тине лә китеп барҙы.

Инде мин дә ҡаршы яҡҡа сығып, туҡталышта үҙебеҙҙең яҡҡа йүнәлгән транспортты көтә башланым. Бын­да йәш кенә ҡыҙыҡай баҫып тора. Башына ла, өҫтөнә лә йылы кейен­гән. Әммә салбары менән ҡыҫҡа ҡуныслы итеге араһынан ялан аяғы күренеп тора. Һуңғы арала йәштәр араһында шундай мода китте: ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә ҡыҫҡа ғына ҡуныслы (дөрөҫөрәге, ҡунысһыҙ, табанға эләгеп кенә торған) нәскиҙәр кейә башланы. Кроссовкиҙарынан, итектәренән аяҡтары күренеп тора. Салбар­ҙары ҡыҫҡа. Был ҡыҙға ла түҙмәй әйттем:

– Ошондай һыуыҡта ниңә йылыраҡ кейенмәй­һегеҙ, балаҡай. Иң мөһиме: аяҡҡа һалҡын тейеүҙән һаҡланырға кәрәк. Бигерәк тә ҡыҙҙарға. Һеҙ бит киләсәктә әсә була торған кешеләр.

Ҡыҙыҡай уңайһыҙланһа ла, бер нәмә лә өндәшмәне. Бары өшө­гән аяғын бер былай, бер тегеләй шылдырып йылынырға маташты.

«Өйҙә атай-әсәйҙәре балалары ишектән сығып китер алдынан ҡарап, нисек кейенгәндәренә иғтибар итмәйҙәр микән ни?» – тип уйлап ҡуй­ҙым. Һаулыҡты йәштән һаҡларға кәрәк. Һалҡын тей­ҙереп, баяғы үҫмер әйткәнсә, бер аҙна өйҙә ятыуға ҡарағанда саф һауала йөрөп, сынығыуға ни етә. Эҙемтәләргә юлығып, ғүмерлек ғәрип булып ҡалыусылар әҙме ни? Бигерәк тә әле, киҙеү киҫкенләшкән мәлдә, һаҡланыбыраҡ йөрөү мөһим. Һаҡланғанды Хоҙай, һаҡлармын, тигән бит.

Әлбиттә, йәш саҡта, бигерәк тә үҫмер мәлдә, бер ҙә таныш булмаған өлкән быуын кешеләренең шулай юлда иҫкәрмә яһап китеүҙәре оҡшамайҙыр. Хатта йәндәрен дә көйҙөрәлер. Тик улар бит насарға әйтмәй. Һауа торошона ҡарап, ярашлы кейенмәйенсә һалҡын тейҙереүҙәре арҡаһында күп ҡыҙҙар әсә булыу бәхетен татый алмай, егеттәр ҙә атай булыуҙан мәхрүм ҡала. Шуларҙы уйлағанда, өлкәндәр һүҙенә ҡолаҡ һалыу­ҙың зыяны юҡ. Киреһенсә, файҙа ғына.

Унан һуң, һауа торошона яраш­лы кейенмәгән кеше, ғәҙәттә, үҙ­е­нә ҡарата йәлләү тойғоһо уята. Ҡайһы берәүҙәр, был бахыр­ҙың кейеме, аҡсаһы юҡмы икән ни, тип уйлай. Үҙегеҙ күҙ алдына килтерегеҙ: ҡыш­ҡы сатлама һыуыҡта яланбаш, еңел­сә генә кейенгән кешене күргән­дәр, был бәндәнең аҡылы теүәл микән, тип тә ғәжәпләнеп ҡарап ҡала.

Үҙегеҙҙе көлкөгә ҡалдырмағыҙ, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ. Аяғығыҙ ҙа, башығыҙ ҙа йылыла йөрөһөн.

Әле ҡыш дауам итә. Әсәйҙәрегеҙҙең һүҙҙәрен тыңлағыҙ. Бала үҫтергәндә улар үҙҙәре лә табипҡа әйләнеп бөтә бит. Киләсәк һеҙҙең ҡулда икәнен онотмағыҙ.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: