-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
17 Март 2020, 18:59

Тоҙло бутҡа шәкәрле түгелме?

Бер әсәнең улы тураһында эсе бошоп һөйләгәне бөгөнгөләй иҫтә.

Инде мәктәпте тамамлап, студент ине ул. «Курсташтары һыра эсә. Минең улым да аптырап һыра һатып ала, әммә эскәне юҡ бит ул уның, иптәштәре күрмәгәндә генә түгәм, ти. Бүтәндәрҙән айырылып торғоһо килмәй, шулай ыҙалай». Нисек инде улай булыуы мөмкин, ниңә нисек барһың шулай булып ҡалып булмаймы икән ни?
Баҡһаң күп балалар тиҫтерҙәре кеүек булырға тырышып үҫә икән. Улар нимә эшләһә, шуны ҡабатлай. Был 1971 йылда «Мин һәм бүтәндәр» тигән элекке совет фильмынан «Шәкәрле бутҡа, тоҙло бутҡа» тигән сюжетты ҡарағас, нығыраҡ күренә. Фильмда психолог балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән тәжрибә үткәрә. Тәрилкәгә һалынған бутҡаның өс өлөшөнә – шәкәр, бер өлөшөнә күп итеп тоҙ һала ла кескәйҙәрҙең һәр береһенә ҡаптырып: «Бутҡа ниндәй?» – тип һорайҙар. Тәүге өсәүһенә шәкәрлеһе тура килә. Дүртенсе балаға – тоҙло өлөш. Әммә тәүге өс бала бутҡаны «шәкәрле» тигәс, ул да йөҙөн сирып, саҡ-саҡ йотоп ебәргән ныҡ тоҙло бутҡаны ла шәкәрле тип әйтә. «Тағы ашайһыңмы? » – тигән һорауға: «Юҡ», – тип яуап бирә.
Ә һеҙ тиҫтерҙәрегеҙ алдында үҙ фекерегеҙҙе, ҡарашығыҙҙы белдерә алаһығыҙмы? Теге йәки был күренешкә ҡарата үҙ фекерегеҙ бармы? Бөтәһе лә тәмәке тартҡан төркөмгә барып эләгеп, һиңә лә тәҡдим итһәләр, юҡ, тип әйтер инегеҙме? Ни өсөн баш тартыуығыҙҙы ипләп кенә аңлата алаһығыҙмы? Әллә бөтәһе лә «шәкәрле» тип әйткәнгә генә һеҙ ҙә, тоҙло бутҡа эләкһә лә, уны «шәкәрле» тип әйтеү кимәлендәме?
Читайте нас: