-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
28 Апрель 2021, 10:52

Демографияны шулай яҡшыртыу кәрәкме?

Кисә интернет киңлектәренә сыҡҡан был яҙма эсте бошорҙо. Демографияны шулай яҡшыртыу кәрәкме ул? Балалар тулы ғаиләлә, ата-әсәһен ҡыуандырып донъяға килһен ине. Ә Салауат ҡалаһында теркәлгән осраҡта кескәй ҡыҙ әсәһенә байрам итергә, күңел асырға ҡамасаулаған. Яңы йылда ла әсәй тигән кеше уны бер нисә көнгә фатирҙарында бикләп ҡалдырып киткән.

Күршеләре илаған тауышын ғына ишетеп, полиция саҡырған. Төпкө бүлмәлә ҡалдырылған сабый нисектер ишек төбөнә килеп етә алған. Әсәһе телефонын алмағас, өләсәһен саҡыртып, ишекте астыралар. Өйҙә тәртипһеҙлек, бысраҡ һауыт-һаба. Ә баланың сәсе туҙған, памперсы тулған, асыҡҡан, һыуһаған, ирендәре кибеп бөткән, илап тауышы бөткән... Хәҙер ул дауаханала, алда балалар йорто көтә. Үҙ атаһы бер йыл элек үк ҡыҙынан баш тартҡан, хәҙер әсә кешене лә әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәсәктәр.
Демографияны яҡшыртабыҙ, тип яңғыҙ бала үҫтереүселәргә хөкүмәт ярҙамы күрһәтелә. Әммә ошолайтып халыҡ һанын арттырыу кәрәкме ни? Һәр бала донъяға бәхетле булып, татыу ғаиләлә тыуһын ине.
Фото: Пресс-служба МВД
Читайте нас: